Вернуться к обычному виду
Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?
Регистрация
Войти на сайт | Регистрация

САЙТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА НУРИМАНОВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

официальный сайт

О районе

Герб Nurimanovskiy-flag.jpg

Районный центр:
с. Красная Горка

Население: 20594 человек.

Площадь: 2 512 км2

Географическое положение:
Район находится на левобережье нижнего течения реки Уфы, к северо-востоку от г. Уфы, граничит с Иглинским, Благовещенским и Караидельским районами Республики Башкортостан, на юго-востоке граничит с Челябинской областью.

  

Официально

“ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ БЕШТЕ ИНДЕ...”

  • 28 июня 2016

    “ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ БЕШТЕ ИНДЕ...”

    Тынсыу ҡаланан ҡасып, иркенлектә йәшәгегеҙ киләме? Өфөнән Иҙиәтуллиндар ғаиләһе тап шулай иткән дә: өйләнешкәс тә Нуримандың Нимесләр ауылына килеп төйәкләнгәндәр. Һоҡланғыс тәбиғәттә кинәнеп, саф һауа һулап йәшәүҙе генә маҡсат итеп ҡуймаған улар. Йәйгә – йәм, моңһоу көҙгә сағыулыҡ өҫтәп, еләк үҫтерәләр. Былтыр эш башлаған йәштәрҙең янынан кеше өҙөлмәй. Оло юлдан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр ҙә тап улар эргәһендә туҡтап, һыуһынын ҡандырып китә. Эргәлә – ылыҫ еҫе бөрккән ҡарағайҙар, һыу инергә саҡырған түңәрәк күл, яҡты йөҙлө, ихлас һүҙле йүнселдәр... Ә устарҙа – ҡып-ҡыҙыл, һутлы еләк!
    – Йәштәрҙең күбеһе ҡала тормошон үҙ итә. Хатта ауылдыҡылар ҙа, тыуған ерен ҡалдырып, ҙурыраҡ ергә ынтылыусан. Ә һеҙ тап киреһен эшләгәнһегеҙ. Нилектән? – тип ҡыҙыҡ­һындыҡ.

    – Ауылда эш бар! – тип яуапланы йәштәр бер тауыштан. – Өҫтәүенә, бәләкәйҙән каникулдарҙы олатай-өлә­сәйҙәр янында үткәргән­лектәндер, бындағы тормошто, тәбиғәт ҡосағын ныҡ яратабыҙ. Шуға ла өйләне­шер алдынан уҡ ауылда йәшәргә һүҙ ҡуйыштыҡ. Иң ҙур маҡсатыбыҙ башҡалар­ҙыҡына һис тә оҡшамаған, табыш бирерлек, кешеләргә кәрәкле эш менән шөғөл­ләнеү ине. Беҙҙеңсә, ул – еләк үҫтереү.
    Рида менән Андрей ошо ауылдағы туғандары Элина һәм Рәсүл Фазыловтарҙың да күңелендә дәрт тоҡан­дырып ебәргән дә йәштәр дүртәүләп эш башлаған. Бер гектарлыҡ ер алып, унда еләктең “мармелада”, “клери” тигән сорттарын сәсеп ҡарағандар. “Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була” тиһәләр ҙә, йәштәрҙең ихлас хеҙмәте татлы, һутлы емеше менән һөйөндөргән. Һөҙөмтәнән ҡәнәғәт ҡалған йүнселдәр яңы эш башлаған фермер­ҙарға ярҙам маҡса­тында булдырылған федераль программала ҡатна­шырға йөрьәт иткән һәм бер миллион ярым һумлыҡ грант яулауға өлгәшкән.
    – Был аҡсаға тағы ла бер гектар ер алдыҡ, – ти крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рида Иҙиәтуллина. – Еләк үҫтереү менән шө­ғөлләнгән башҡа йүнсел­дәрҙең тәжрибәһен, Интернет мәғлүмәттәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә әлеге сорттар­ға яңылары өҫтәлде. Кеше еләктең ниндәйен ярата? Эйе, татлыһын, һутлыһын. Тап шундай сорттарға өҫ­төнлөк бирҙек тә. Өҫтәүенә һыуыҡҡа сыҙамлыларҙы һайлайбыҙ.
    Алдан алған “мармелада”, мәҫәлән, июндән ноябргә ҡәҙәр ике тапҡыр уңыш бирергә тейеш. Былтыр, ергә яраҡлашҡан мәлендә, бер мәртәбә генә еләкләнһә, быйыл ике рәт һөйөндөрөр тип көтәләр. Тупраҡтың кисло­талылығын дөрөҫ тәьмин итеү, органик-минераль ашламалар менән туҡландырыу мөһим. Ерҙә дымлылыҡ тейешле кимәлдә булмаһа, еләктең тәме шунда уҡ юғала. Ғөмүмән, һис тә еңел түгел был эш. Әммә табышлы. Һәйбәт сортлыларҙан гектарына уртаса 15 тонна продукция алырға мөмкин икән.
    Йүнселдәр еләкте төбөнә пленка йәйеп үҫтерә. Был алым емеште сереүҙән һаҡлай, шулай уҡ ҡый үлән­дәре мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн отошло. Рәттәр араһына бысҡы вағы, юныс­ҡы һалыу ерҙәге дымлы­лыҡты тота. Өҫтәүенә баҫыу тәрбиәлерәк, матурыраҡ күренә улай.
    – Еләк алырға килгәндәр бихисап, – тип һөйөнә йүнселдәр. – Ойошма-предприятиелар заказ бирә, айырым кешеләр үҙҙәре баҫыуға инеп, йыйып ала. Үҙәк баҙарға тапшырған сағыбыҙ ҙа булды. Барыһы ла ҡыуа­нып ҡабул итә. Кешеләргә ошондай матурлыҡты күр­һәтә, уларҙы татлы еләк менән һыйлай алыуыбыҙҙан күңелебеҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Ҡайһы берҙә ауыл малайҙары баҫыуға ситтән генә инеп, урлашыусан. Әйҙә, рәхәтләнһендәр!
    Хужалыҡ етәксеһе ошо көндәрҙә Шаран районында үткән фермерҙар кәңәш­мәһендә ҡатнашып ҡайтҡан. “15 гектарҙа еләк үҫтергән йүнселдең эш тәжрибәһе менән таныштыҡ, – ти ул. – Үҙем өсөн байтаҡ мәғлүмәт тупланым. Башта – яңынан-яңы идеялар!”

    Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

    Район: Нуриман районы.

     




    Дата создания: 28.06.2016 08:59:19

    Дата изменения: 28.06.2016 09:02:31

Возврат к списку