УҠЫТЫУСЫ – БӨЙӨК ИСЕМ
Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек.Ошо көндәрҙә Оло Теңкәш ауылында йәшәүсе Тәғзимә Миңлеғәле ҡыҙы Хәлилова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.Уны оло байрамы менән тәбрикләргә һәм Рәсәй Президенты В.Путиндың ҡотлауын тапшырырыға район хакимиәте башлығы Азамат Ризван улы Носратуллин, уның урынбаҫары Миләүшә Рәүеф ҡыҙы Әхтәмйәновалар килде. Әйтергә кәрәк, Тәғзимә Миңлеғәле ҡыҙы лайыҡлы тормош юлы үтә.Үҙе ун бер балалы ғаиләлә тыуа, урта мәктәпте тамамлау менән Нимесләр мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.Илленсе йылдар аҙағында Оло Теңкәш егете Фуат Хәлиловҡа тормошҡа сыға , ошо ауылға килен булып төшә һәм бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Бөгөн абруйлы уҡытыусының тәрбәиләнеүселәре кем генә булып эшләмәй.Улар араһында эшселәр,ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре,фән эшмәкәрҙәре, төрлө идаралыҡта эшләүселәр бар.Үҙенең остазын ҡотларға һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә Байгилде ауыл биләмәһе идара башлығы Гөлнара Рәшит ҡыҙы Гәрәйева ла килде. Хәлиловтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн юбиляр уларҙың береһе – ҡыҙы Фәриҙә менән ҡәҙер – хөрмәт күреп, донъяның матурлығына, илдең тыныслығына һөйөнөп йәшәй. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусы!
Лилиә Исламова,
“ Красный Ключ”гәзите хәбәрсеһе