Вернуться к обычному виду
Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?
Регистрация
Войти на сайт | Регистрация

САЙТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА НУРИМАНОВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

официальный сайт

О районе

Герб Nurimanovskiy-flag.jpg

Районный центр:
с. Красная Горка

Население: 20594 человек.

Площадь: 2 512 км2

Географическое положение:
Район находится на левобережье нижнего течения реки Уфы, к северо-востоку от г. Уфы, граничит с Иглинским, Благовещенским и Караидельским районами Республики Башкортостан, на юго-востоке граничит с Челябинской областью.

  

Официально

«БӘХЕТЛЕ БУЛЫУҘЫҢ СЕРЕ – ИЗГЕЛЕК ҺӘМ САБЫРЛЫҠ»...

«БӘХЕТЛЕ БУЛЫУҘЫҢ СЕРЕ – ИЗГЕЛЕК ҺӘМ САБЫРЛЫҠ»...

   Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың тағы ла бер ветеранына Рәсәй Президенты В.Путиндың ҡотлау сәләме килде. Юбилярға был бүләкте район хакимиәте башлығы Азамат Ризван улы Носратуллин, уның урынбаҫары Глүс Флүс улы Сакаев, Павловка ауыл биләмәһе башлығы Алик Мәксүт улы Усмановтар тапшырҙы. Павловка ауылында йәшәгән Орҡоя Абрар ҡыҙы Кайбышева бай һәм оҙайлы ғүмер юлы үтә. Сығышы менән ул. Кариҙел районының Нәғертдин ауылынан. Күп балалы ғаиләлә ауыл тормошоноң бөтә хеҙмәтен тойоп үҫә ул. Тормош иптәше Рифғәт Сәйфелғәлим улы менән утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн Орҡоя инәй кесе улы Санир, килене Гүзәлиә менән ҡәҙер-хөрмәт күреп, балалар шатлығына һөйөнөп йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның зиһене теүәл, хәтере яҡшы, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, килгән кешеләргә яҡты йөҙ күрһәтеп, үрнәк булып, файҙалы кәңәштәренән айырмай, ҡыуанып йәшәй. “Мин иҫ киткес бәхетле кешемен, ә уның сере бик ябай – ул да булһа кешеләргә мөмкин тиклем изгелек итеү һәм сабырлы булыу” – тине беҙҙе оҙатҡанда Орҡоя Абрар ҡыҙы. Рәхмәт, ағинәй, ошо яҡшы һүҙҙәрең, изге теләктәрең өсөн. Беҙ ҙә һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән тәбрикләп бәхетле ҡартлыҡ, йорт-ил тыныслығы, донъялар  именлеге теләп ҡалабыҙ.

DSC_0208.JPG

DSC_0211.JPG

DSC_0213.JPG

DSC_0215.JPG

DSC_0217.JPG

DSC_0219.JPG


Возврат к списку